Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Исемдәре менән данлы тыуған яҡ

Бөгөн Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе, «Главмосстрой» төҙөлөш берләшмәһенең атҡаҙанған төҙөүсеһе, ООО»СТС» ойошмаһының инженер – прорабы, ауылдашыбыҙ Дилмөхәмәтов Фаил Вәкил улы 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ул 1980 йылда Мораҙым ауыл мәктәбен тамамлағас, 1981-1983 йылдарҙа ил сиге ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп ҡайта. Һәм шул уҡ йылда Мәскәү ҡалаһына төҙөлөшкә эшкә китә. Баш ҡалала «Главмосстрой» берләшмәһенең СУ-216 участкаһына төҙөлөшкә эшсе булып урынлаша. Шул уҡ йылда Мәскәү хужалыҡ һәм төҙөлөш техникумына уҡырға керә. Ике йылдан һуң Мәскәү коммуналь хужалығы һәм төҙөлөшө институтына уҡырға инеп, уңышлы тамамлай. 40 йылға яҡын ООО «СТС» ойошмаһында төҙөлөштөң инженер системаларын ҡороу буйынса инженер – прораб булып эшләй. Күп йылдар дауамында ул йөҙҙән ашыу социаль объекттар, йорттар төҙөүгә үҙ өлөшөн кертә. Хеҙмәте өсөн «Главмосстрой» төҙөлөш берләшмәһе идараһының Маҡтау грамотаһы (1995), «Мәскәүгә 850 йыл иҫтәлегенә» (1997) миҙалы һәм бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Бер-нисә тапҡыр Мәскәү – ҡала гәзиттәрендә уның тураһында мәҡәләләр ҙә баҫтырып сығарыла.
Беҙ хөрмәтле Фаил Вәкил улы Дилмөхәмәтовты матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, хөрмәтле ауылдашыбыҙ!