Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Барыһы ла ерҙә ҡала

«Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1939 йылда ата – әсәһе менән Ауырғазы районы Үтәймулла ауылына күсеп килә, әсәһе ошо ауылдың ҡыҙы була. 3 кластан башлап Үтәймулла башланғыс мәктәбендә уҡый. Фәрит Иҫәнғолов Үтәймулла ауылын үҙенең тыуған ауылы итеп күрҙе. Үтәймулла башланғыс мәктәбен тамамлағас, күрше Трәпә ауылында урта мәктәптә белем ала. Трәпә ауылы Үтәймулла ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта. Ауылдан бер нисә ҡыҙ һәм егет була, мәктәптә рус һәм сыуаш телендә уҡыйҙар. Көнөнә 12 сакрым юл атлап, аслы- туҡлы йөрөргә тура килә. Фәрит бәләкәй сағынан уҡ аҡыллы, баҫалҡы була, һүҙ оҫтаһы ине. Уларға барһаҡ, ҡулында һәр саҡ китап, бик күп уҡый ине. Ғинуар айы, әсе һыуыҡ бурандар, өҫтә кейем бик наҡыҫ, аяҡта сабата, Фәрит алдан төшөп ҡар ярып бара: «Ҡыҙҙар- егеттәр, бирешмәгеҙ, был ваҡытлыса ғына»,— тип беҙҙең күңелде күтәрергә тырыша. Ул беҙгә етәксе лә, ағайҙа кеүек ине. Уның етәкселегендә концерттар, пьесалар ҡуйып йөрөнөк, күрше ауылдарға ла барып тамашалар күрһәттек, Трәпә урта мәктәбен тамамлағас, 1945 – 1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инде. Шул ваҡыттан һуң күпме һыуҙар аҡты. Әммә тиңдәшебеҙ,танылған яҙыусы, ҡабатланмаҫ шәхес Фәрит Иҫәнғоловтың исеме күңелебеҙ түрендә һаҡлана» – тип яҙғайны бала саҡ дуҫы Рәйсә Үтәева.

11 мартта Үтәймулла ауылы китапханаһында күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғоловтың юбилейына арналған «Барыһы ла ерҙә ҡала» тип исемләнгән хәтер кисәһе булып үтте. Кисәлә яҡташыбыҙ яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың бер туған һеңлеһе хөрмәтле ҡунағыбыҙ Камила Әхмәҙулла ҡыҙы менән осрашыу ла булды. Ул үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште һәм яҙыусының китаптарын, фото һүрәттәрен ҡараны. Китапханала «Талантлы әҙип- кеселекле зат» тип аталған яҙыусының ижадына арналған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китапханасы Розалия Асадуллина яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштырып үтте. Мәктәп уҡыусылары Галиуллина Ильмира, Гибаҙуллина Зөлфиә, Булатова Роза башҡарыуында яҙыусы ижад иткән хикәйәләр һәм повестарынан өҙөктәр уҡылды. Мәғариф хеҙмәте ветераны, ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Фәнүзә Сәмиғулла ҡыҙы Галиуллина «Арыш башағы» романын һөйләп уҡыусыларға һәм ауылдаштарға фәһемле кәңәштәрен бирҙе. Ошо иҫтәлекле хәтер кисәһенә килгән барлыҡ кешеләргә оло рәхмәтен белдерҙе. Был сара файҙалы һәм фәһемле үтте.