Тағараҡ эшләп, ҡоштарҙы һыйлайыҡ!
Тышта һалҡын салт аяҙ, тыныс көн. Баҡсалағы балан ағасы, миләш ботаҡтарында матур-матур ҡошсоҡтар сыр-сыу килә. Көҙҙән йыйылып бөтөлмәгән емештәрҙе сүпләп геү килә ҡоштар. Үҙҙәре матурҙар, һылыуҙар!
Төрөмбәт ауыл китапханаһында балалар менән ҡоштарға төрлө тағараҡтар эшләнек. Балалар уларҙы төрлөсә биҙәп, матурлап та ҡуйҙылар. Бигерәк фантазерҙар! Аҙаҡтан тышҡа сығып тағараҡтарҙы ботаҡтарға элдек. Уларға көнбағыш, һоло ярмаһы, икмәк валсыҡтары һалдыҡ. Йыраҡҡараҡ китеүебеҙ булды, ҡошсоҡтар йыйылып емде сүпләй ҙә башланылар. Рәхмәт йөҙөнәндер инде, тағы ла нығыраҡ сырылдашты, сипылдашты улар. Шундай күңелле булып китте, балалар ҙа һөйөндө.
Дуҫтар, һеҙ ҙә ҡоштарҙы онотмағыҙ, ем бирегеҙ!