Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Туған телем – мәңгелек хазина

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө, бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә һәм 2000 йылдан алып билдәләнә. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.

Туған теле арҡаһында һәр кем үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.

Төрөмбәт ауыл китапханаһы  Төрөмбәт мәктәбенең 1-4 класс уҡыусыларына «Туған телем – мәңгелек хазина » исемле әҙәби сара үткәрҙе.  Әҙәби сара халыҡ-ара туған тел   көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырыу, телебеҙҙе һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген төшөндөрөү маҡсаты менән ойошторолдо.

Китапханасы  уҡыусыларҙы  билдәле шағирҙарыбыҙҙың китаптары менән таныштырҙы, уларҙың тел тураһында яҙған шиғырҙарын бергәләп яттан һөйләнеләр.  Уҡыусыларыбыҙ башҡорт халыҡ ижады буйынса мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, йомаҡтар һәм төрлө ребустар систеләр, шиғырҙар аша телебеҙҙең бәҫен, тәмен тойҙолар. Башҡорт теленә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған кисә бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.