Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Ваҡыт беҙҙе һайланы…

Бөгөн, 15 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афганистандан сығарылыуына 35 йыл тулды. Бөгөнгө көндә ошо уңайҙан китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә күп төрлө байрам саралары үтә. Мораҙым ауылы мәктәбендә ошо һуғышта ҡатнашып, еңеү яулап  ҡайтҡан яуғирҙар менән осрашыу булды. Һөйләшеү барышында ағайҙар һуғыш яланында булған ваҡиғалар тураһында һөйләнеләр, гармунда уйнап, йәш саҡтарын да иҫкә төшөрҙөләр. Уҡыусылар сараға килгән ҡунаҡтарҙы концерт номерҙары менән сығыш яһап, ҡотланылар. Бөгөн сәғәт 4 – тә беҙҙең китапханала «Афған тарафынан  ҡыҙҙырылғандар» (Опаленные Афганом) исемле батырлыҡ дәресе үтәсәк. Бындай һуғыштар бүтән булмаһын! Доңьялар тыныс булһын!