Күңел йылыһын биреп
Төрөмбәт ауылының «Айһылыу» клубына йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға яҡташ яугирҙәргә йылы ойоҡтар, өс бармаҡлы бейәләйҙәр бәйләнеләр. Бәйләнгән әйберҙәр ир-егеттәребеҙҙең йылы тәнендә туҙһын! Иң мөһиме –улар беҙҙең ярҙамды тойһондар, иҫән-имен әйләнеп кайтһындар. Бәйләмдәренең һәр күҙен доға-теләк менән бәйләгән ауыл оҫтабикәләренә рәхмәттең ҙуры- аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!
