Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Тыуған яҡ йырсыһы

Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, башҡорт һәм татар яҙыусыһы Мәжит Ғафуриҙең тыуыуына бөгөн 20 июльдә 140 йыл тула. Ул 1880 йылда Ғәфүри районы Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған. Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бара. 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевтың “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906-1909 йылдарҙа Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Бик күп әҫәрҙәр яҙа, китаптары баҫыла. Мораҙым ауылы китапханаһында яҙыусының 140 йыллығына арналған “Тыуған яҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби кисәлә балалар уның тормошо, ижады менән таныштылар, китаптарын ҡаранылар, шиғырҙарын уҡынылар. Халыҡ шағирының исемен уның тыуған районы – Ғәфүри районы йөрөтә. Уның исеме Башҡорт дәүләт академия драма театрына ла бирелгән, уның алдындағы майҙансыҡҡа әҙиптең һәйкәле ҡуйылған. 1948 йылдан Өфөлә Мәжит Ғафуриҙең мемориал йорт – музейы эшләй.