Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Друзья! Поддержите, пожалуйста, нас своими голосами!

 

В преддверии Общероссийского дня библиотек , республиканская молодежная газета «Йәшлек» организовала уникальное состязание в социальной сети ВКонтакте до 26 апреля, чтобы определить лучшую библиотеку Республики Башкортостан.
Предлагаем нашим подписчикам принять активное участие в голосовании и поддержать  библиотеки нашего района —https://vk.com/app7198399_-35065816#poll660a95aa0616d..

"ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК"«ЙӘШЛЕК» гәзите — газета «ЙЭШЛЕК»

Иғтибар! «Йәшлек» гәзите республиканың иң шәп ауыл китапханаһын билдәләй.

📌27 май — Китапханасылар көнө алдынан гәзитебеҙ «Бәйләнештә» социаль селтәре төркөмөндә үҙенсәлекле ярыш ойошторорға булды. Беҙ республиканың иң шәп ауыл китапханаһын билдәләйбеҙ.

📌Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә үрҙә нығытылған яҙманы ҡарағыҙ. Унда һылтанма буйынса үҙегеҙҙең районға үтергә һәм ауылығыҙҙағы китапхананы табып тауыш бирергә кәрәк.

📌Бәйге ике аҙна (26 апрелгә тиклем) муниципаль этапта барасаҡ. Аҙаҡ һәр райондың беренсе урын алған китапханаһын республика кимәлендәге ярышҡа сығарабыҙ.

📌Тауыш биреү тамамланғас, уны иң күп йыйған 10 китапхана билдәләнәсәк. Беренсе урынды алыусыға «Йәшлек» хәбәрселәре барып репортаж эшләйәсәк.

📌Тәүге ун урынды алған китапханалар менән йыл дауамында гәзит биттәрендә танышырға мөмкин буласаҡ. Конкурста шулай уҡ китапханасыларҙың социаль селтәрҙәрҙә эште ойоштороу һәләтенә баһа бирелә.

📌Ауылығыҙҙағы китапхананы ҡеүәтләгеҙ, тауыш бирегеҙ, һылтанмаһын дуҫтарығыҙға, чаттарға, «беседа»ларға ебәрегеҙ, сәхифәләргә алығыҙ! Тауыш биреү теүәл дүрт аҙна дауам итәсәк. 10 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡушымталар ябыла.

📌Ятып ҡалғансы атып ҡал. Башланыҡ!

Ауырғазы районы китапханалары:
https://vk.com/app7198399_-35065816#poll660a95aa0616d..