Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Сыуаш халҡының данлыҡлы улы

Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында күренекле яҡташыбыҙ, оло быуын яҙыусыларының береһе Александр Сергеевич Савельев — САСтың тормошона, ижадына арналған «Сыуаш халҡының данлыҡлы улы» исемле әҙәбиәт дәресе үтте.
Александр Сергеевич Савельева-САС 1932 йылдың 26 сентябрендә Ауырғазы районы Юламан ауылында тыуып үҫкән. Тыуған мәктәбендә уҡыуын тамамлағас, әрме сафтарына алына. 3 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Ауырғазы район гәзите редакцияһында тәржемәсе булып эшкә лә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, мәктәп музейында эшләй. Оҙаҡ йылдар дауамында республиканың сыуаш телендә сыҡҡан «Урал сасси»  (Урал тауышы) исемле гәзит редакцияһында ла эшләй. Мәктәп йылдарынан уҡ яҙыша башлай. Күберәк балалар өсөн яҙа. Ололар өсөн дә ҡыҙыҡлы хикәйәләр, шиғырҙарын  ижад итә. Яҡташыбыҙҙың яҙмалары башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителә. Уның 20-ләп баҫтырып сығарылған китаптары бар.
Уҡыусылар үҙҙәренең данлыҡлы яҡташтарының ижады менән таныштылар, китаптарын ҡаранылар һәм шиғырҙарын уҡынылар. Быйылғы йылда Александр Сергеевичҡа 90 йәш тулыр ине, әммә, үкенескә күрә, был йәшкә етә алманы. 88 йәшендә был донъянан китте.