Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Таҡтаташ асыу тантанаһы

Оноторҙар дуҫтар, таныштарым,
Онотмаҫһың, илем, һин бары.
Һинең таңда тыйнаҡ бер нур булып
Ҡалһын ине ғүмерем юлдары.

Бөгөн Төрөмбәт ауылында ҙур сара үтте. Беҙ, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан дәүләт премияһы лауреаты, шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһына йыйылдыҡ. Был таҡтаташ Рәшит Назаров уҡыған мәктәптең бинаһында урын алды. Тантанаға район хәкимиәте башлығы Арҫлан Нәзир улы Шәһәретдинов, Әлибаев Зәки Арҫлан улы (филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы рәйесе), «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе Инсаф Хужабиргәнов, филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге БДПУның башҡорт факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, районыбыҙҙың почетлы гражданины Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы, билдәле телерадиотапшырыуҙар алып барыусыһы, журналист, атҡаҙанған мәҙәниәт һәм матбуғат хеҙмәткәре Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова, таҡтаташты асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеп бағыусыһы булған Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы Назарова, Р. Назаровтың исемен пропагандалаусы Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы Ханнанова, Ғ. Ибраһимов исемендәге район премияһы лауреаты Хөсәйенова Зәмирә Ғиндулла ҡыҙы саҡырылдылар. Ошо тантанала ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Таҡтаташ ауылдың йәме, киләсәге булып торған мәктәп бинаһына ҡуйылды һәм, һис шикһеҙ, ул шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлеген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ. Бу тантана шағирыбыҙҙы хөрмәт итеү, мәңгеләштереү, әҫәрҙәрен киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эш булып тора.