Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Тылсымлы ҡышҡы уйындар

Беҙ барыбыҙ ҙа яңы өмөттәр, яҡты хыялдар менән Яңы йылды көтәбеҙ. Был байрамды, ҡышҡы каникулдарҙы бигерәк тә балалар көтә. Бөгөн балалар менән саф һауала шыршы тирәләй күңелле уйындар уйнап күңел астыҡ.Ҡышҡы каникулдар яңы башланды ғына. Балалар өйҙә генә ултырмаһындар ине. Рәхәтләнеп тышта уйнаһындар, саңғы, саналарҙа шыуһындар ине. Буш ваҡыттарҙа китаптар уҡып алырға ла кәрәк. Һау-сәләмәт, ял иткән балаларҙы мәктәптәр көтөп торһон! Мораҙым моделле ауыл китапханаһы.