Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

#сидимдома #Бөйөкеңеүгә75йыл

“Һуғыш!…”тигән ҡәһәрле һалҡын һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла,меңәрләгән әсәләрҙен күҙ йәше күңелде өтөп алғандай,гонахһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп үткәндәй була.Ғәзиз иле өсөн,бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә ташланған яугирҙар күҙ алдынан үтә.Күпме кешенен гүмерен ҡыйҙы,күпме сабыйҙарҙы етем ҡалдырҙы,бәхетен селпәрәмә килтерҙе был һуғыш.Быларҙы иҫләп тә,барлап та бөтөп булмай.Бөйөк Еңеүгә 75 йыл ваҡыт үтеп китһә лә,һәр ғайләғә ҡағылған һуғыш һәм йөрәк яраһы һаман төҙәлеп бөтмәй.
Һуғыш яугирҙәре менән бер рәттән,тыл эшсэндәренең дә Еңеү яулауға индергән өлөшө бик ҙур.Шуларҙың береһе ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе Каримова МөкәрәмәСәхипгәрәй ҡыҙы.Ул 1926 йылда Ауырғазы районы Яңы Итекәй ауылында тыуған.һуғыш башланғанда уға ни бары 15 кенә йәш була.Йәшлектәре яңы бөрөләнеп кенә килгәндә,1941йылда,гербовщиктар килеп бер төркөм йәш ҡыҙҙарҙы Уфага алып китэлэр.Унда улар вагондарҙан тимер бушаталар.Һуңынан уларҙы,ат вагондарына тейэп, Молотовка(хәҙерге Пермь өлкәһе)алып киткәндәр.Көс еткеһеҙ эштргә лә бирешмәнек,ас ялангас булһак та,ал-ял белмәй эшләнек тип хәтерләй Мөкәрәмә Сәхипгәрәй ҡыҙы.Бөйөк Еңеүҙе ул Молотовта ҡаршылай.Хеҙмәттә күрһәткән тырышлыктары өсөн ул,юбилей миҙалдары һәм бик үп маҡтау грамоталары менән баһалана.
Һуғыш ботә,тормош дауам итә.Бер эштән дә ҡурҡмаган ҡыҙ,тыуған колхозында ең һыҙганып эшкә тотона.1949 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында етенсе тресс төҙөлөшенә эшкә урынлаша һәм ун ете йыл шунда эшлэй.1966 йылда,һигеҙ бала менән тол ҡалған,ошо ауыл кешеһе Кәримов Кәрим менән тормошон бәйләй.Өсәүһе үҙ аллы ине инде,ә ҡалғандары бәләкәй инеләр ти оло йөрәкле инәй.8 баланы үҙ балаһылай күреп,уларга әсәй наҙы биреп йәшәй.Туғыҙынсы булып тағыла бер ҡыҙҙары тыуа.Бөгөнгө көндә ветеран,яҡындарынын күңел йылыһын тойоп,балаларынын ҡәҙер-хөрмәтен төрөнөп,94-се яҙын ҡаршылай.Уға алдағы көндәрҙә иҫәнлек-һаулык,йән тыныслығы бирһен Хоҙай.