Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

СПИД-быуат бәләһе

1 декабрҙә Бөтә донъя ВИЧ-СПИД-ты иҫкәртеү көнө билдәләнелә. Был көн йоғошло сирҙең кире эҙемтәләрен кәметеү буйынса эшкә дәүләт һәм йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында булдырылған. Бөгөн Мораҙым моделле ауыл китапханаһында балаларға «СПИД-быуат бәләһе» исемле  тәрбиә дәресе үтте. Мораҙым амбулаторияһы фельдшеры Лоҡманова Айһылыу Рәфис ҡыҙы уҡыусыларға спидтың зарары, уны булдырмау юлдары, сәләмәт тормош тураһында һөйләне. Балалар менән бергәләп йыл да үткәрелеп килгән «Ҡыҙыл таҫма» акцияһына ҡушылдыҡ.