Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

#Башҡорт тарихы йылы Меркет ырыуы башҡорттарының йыйыны

Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолоп Мораҙым ауылында Меркет ырыуы башҡорттарының йыйыны үтте. Йыйында Ауырғазы, Миәкә, Әлшәй райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы меңлеләренең делегаттары ҡорға йыйылды. Мең ырыуы тарихына, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә байҡау яһарға һәм милләттәштәребеҙҙе туплап, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән ойошторолдо. Мәҙәниәт йорто эсендә ауылыбыҙҙың ҡул оҫталарының эштәре, Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанованың сигеп яһалған картиналары, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район үҙәк китапханаһы ойошторған «Баш йортобоҙ – Башҡортостан» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Мораҙым моделле китапханаһында ла «Мең ере-мең берлеге» исемле мең ырыуына ҡараған арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың китаптарынан күргәҙмә ойошторолдо. Сәхнәлә йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңдары алышынып торҙо.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәл ҡаршыһына ауылыбыҙҙың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашҡан 11 яүгиренә арнап зәңгәр шыршылар ултыртылды.
Спорт майҙанында тирмәләр ҡоролдо: ҡаҙандарҙа аш беште, самауыр мөрйәләренән сыҡҡан төтөн еҫтәре, үткәндәргә, самауыр ҡайнатып сәй эскән ваҡыттарға алып ҡайтты. Егеттәр милли көрәштә көс һынашты,спорт ярыштары, халыҡ уйындары үткәрелде. Еңеүселәргә тәкәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.