Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Милли кейем матурлығы

11 сентябрь-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө. Был көн халыҡ йолаларына, мәҙәниәтенә һөйөү, мәҙәни байлыҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатынан булдырылған.
Милли кейем-ул халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы, уның традициялары һәм йәшәү рәүеше.
Ошо көн уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһында «Милли кейем матурлығы» тип аталған фәһемле дәрес үтте.Аралашыу ауылыбыҙ ағинәйҙәре менән берлектә барҙы. Балалар башҡорт халыҡ ижады менән танышты, баш кейемдәре, түшелдеректәр, биҙәүестәр, ғөрөф-ғәҙҙәттәр хаҡында ла күп нәмә белде.Ҡыҙҙар, малайҙар уларҙы кейеп ҡарап та ҡыуандылар.
Барығыҙҙы ла Милли кейем көнө менән!