Экскурсия в библиотеку/Китапханаға сәйәхәт
Баланың аҡыллы, изге, тоғро дуҫы – китап. Китаптар яҡшы мәғлүмәттәр бирә, мажаралы ла, мауыҡтырғыс та донъяға сәйәхәткә алып китә. Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһына- китаптар йортона 1, 4 класс уҡыусылары, класс етәкселәре Лима Хәмзә ҡыҙы етәкселегендә ҡунаҡҡа килделәр. Улар китапхана, китап фонды, уҡыу залы — кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белделәр. Шулай уҡ китапты нисек ҡулланыу ҡағиҙәләре менән дә таныштылар.
Сәйәхәт аҙағында балалар үҙҙәренә оҡшаған китап һайлап алып таралыштылар.
Балаларға китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү өсөн ойошторолған осрашыу бик тә оҡшағандыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

