Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Бер телдән дә телем кәм түгел…

Бөгөн иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған — башҡорт теле көнө.
Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән. Был көн күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Ошо байрам уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһына мәктәптең 1 класс уҡыусылары, етәкселәре Йосопова Мәүсилә Исмәғил ҡыҙы менән «Бер телдән дә телем кәм түгел…» исемле әҙәбиәт дәресенә килделәр. Уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо, ижады менән таныштылар, Рәми Ғәриповтың, Мостай Кәримдең, Аҡмулланың башҡорт теленә арнап яҙылған шиғырҙарын тыңланылар һәм үҙҙәре лә яттан шиғырҙар һөйләнеләр.
Тыуған телде яратайыҡ, һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!