Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Китапханаға сәйәхәт

Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаға ауылыбыҙҙың «Ынйылар» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре етәкселәре Светлана Фәнис ҡыҙы менән китаптар йәшәгән йортҡа сәйәхәт ҡылдылар. Балалар китаптар алыу, уларҙы киренән тапшырыу ҡағиҙәләре менән таныштылар, кескәйҙәр өсөн сағыу һүрәтле китаптар, башҡорт телендә сыҡҡан журналдар ҡаранылар. Бөгөнгө интернет заманында йәшәһәк тә, төп белем сығанағы китап икәнен оноторға ярамай. Сөнки китап уҡыған балалар тәрбиәле һәм белемле булып үҫеүҙәренә шигебеҙ юҡ. Һәм киләсәктә беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙ ҙа күберәк булыр тип ышанабыҙ.