Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ

7 апрелдә һаулыҡҡа иғтибарҙы арттырыу маҡсатында, Бөтә донъяла сәләмәтлек көнө билдәләнә. Мораҙым ауылы моделле китапханаһында балаларға «Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ» исемле һаулыҡ дәресе үтте. Әңгәмә барышында уҡыусылар уҡып, һәйбәт эш табырға, ғаилә бәхетенә өлгәшергә йәки тормошта үҙ урыныңды табыу өсөн уңышҡа ирешеүҙең төп нигеҙе сәләмәтлек булып тороуы тураһында һөйләштеләр. Әңгәмә барышында һаулыҡ тураһында   әйтемдәр һәм мәҡәлдәр ҙә әйтелде. Һау-сәләмәт булайыҡ, һаулыҡты йәштән һаҡлайыҡ!