Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Салауат Асфатуллин Төрөмбәт мәктәбе музейына китаптар бүләк итте

14  декабрҙә Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район китапханаһында яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар Союзы ағзаһы Салауат Ғәзим улы Асфатуллиндың ижад кисәһе булып үтте. Осрашыу бик фәһемле булды, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Салауат Ғәзим улы Төрөмбәт мәктәбе музейына үҙенең китаптарын бүләк итте. Һәм мин, ул аманатты, мәктәп  етәксеһе Рахманғолова Гөлназ Рәсүл ҡыҙына итеп тапшырҙым. Мәктәп уҡыусылары, ауылдаштар был китаптар менан танышыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Беҙ ошондай данлыҡлы яҙыусы, Башҡортостандан ситтә йәшәп тә тыуған төйәген онотмаған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Салауат Ғәзим улына таҙалыҡ, илдәр тыныслығы, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.