Яҙыусы һәм ғалим
2022 йылдың 12 мартында яҡташыбыҙ Бөйөк татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуыуына 135 йыл тула. Мораҙым ауылы моделле китапханаһында «Яҙыусы һәм ғалим» тип аталған әҙәбиәт дәресе үтте. Уҡыусылар уның тормошо, ижады, китаптары менән таныштылар. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә татар әҙәбиәтендә тәрән эҙ ҡалдырған Ғәлимйән Ибраһимов Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында яҙыусыға арнап музей булдырылған, район китапханаһына уның исеме бирелгән, уның исеме бирелгән урамдар ҙа бар. 1996 йылда Ауырғазы районында Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия ла булдырылды. Ул районыбыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ ижадында өлгәшкән уңыштары өсөн күп кенә яҡташтарыбыҙға тапшырылған. Китапханала яҙыусының ижадына арналған «Бөйөк яҡташыбыҙ» исемле китаптар күргәҙмәһе лә ҡуйылды.