Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Яңы йыл!

#Яңыйыл
#Новыйгод
#Турумбетовскаясельскаябиблиотека
#новогоднийутренник
Яңы йыл. Бала саҡ. Һәр кем Ҡыш бабайҙан бүләктәр, тәм- том, мөғжизәләр көтә. Бәләкәй саҡта бигерәктә…
Миңә лә Ҡыш бабай ролендә балаларҙы шатландырып, ҡыуандырып, бүләктәр таратырға насип итте быйылғы йылда. Кемдер ысын итеп ҡабул итте, шатланды, ә кемдер шөрләп  илап та ебәрҙе. Ә шулай ҙа балаларҙың йөҙөндә шатлыҡ, ҡыуаныс, байрамдан ниндәйҙер мөғжизәләр көтөү, ифратта һөйөнөслө. Ә Ҡыш бабайҙың ҡулынан бүләк алғандарын күрһәң… әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ! Балалар шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар, бейенеләр. Байрам менән бәләкәс дуҫтарым! Илдәр тыныс, күктәр аяҙ, һау-сәләмәт булайыҡ! Яңы 2022 йыл менән!