Әсәйемә бүләк
Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында әсәйҙәр көнөнә арналған «Әсәйемә бүләк» исемле открытка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Балалар әсәйҙәренә матур открыткалар яһанылар һәм уларға ҡотлау һүҙҙәрен яҙҙылар. Әсәйҙәр өсөн балаһының үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктән дә ҡәҙерлерәге юҡтыр.Һәр бер бала әсәле-атайлы булып үҫһен, ә әсәй-атайҙар балаларының изгелеген күреп йәшәһен!
Китапханала «Әсәйҙәр-тормош биҙәге» тип аталған китап күргәҙмәһе лә ҡуйылды.
Илебеҙ тыныс булһын, әсәйҙәрҙең йөҙҙәре гел йылмайып торһон!
Байрам менән, әсәйҙәр!

