Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Ерем балҡышы

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.
Ул бәләкәй саҡтан йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡ педагогик училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан-Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары.
Яҙыусының ижады һәм тормошо менән танышыу өсөн, Мораҙым ауыл китапханаһында “Ерем балҡышы” тип аталған әҙәби һөйләшеү үтте. Был сарала китапхананың уҡыусылары Рауил Бикбаевтың күп яҡлы, бай ижады менән таныштылар. Һөйләшеү барышында балалар уның китаптары менән таныштылар, шиғырҙарынан өҙөктәр уҡынылар.
Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғәрипов исемендәге премиялар лауреаты.
80 йәшендә 2019 йылдың 23 апрелендә оҙаҡ ҡаты ауырығандан һуң вафат булды .
Китапханала яҙыусының ижадына арналған, уның китаптарынан торған “Рауил Бикбаев ижады” исемле китаптар күргәҙмәһе ҡуйылды.