Тыуған ерем- гөлдәр иле
11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй.Бөгөн ошо байрам алдынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһында мәктәптең 1-4 класс уҡыусыларына «Тыуған ерем — гөлдәр иле» тип аталған класс сәғәте үтте. Сараның маҡсаты булып балаларҙа туған илгә һөйөү, батырҙарға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, башҡорт халҡының тарихына, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу торҙо. Уҡыусылар республиканың символдары, уларҙың барлыҡҡа килеүе, тәбиғәт байлыҡтары тураһында күп яңылыҡ алдылар һәм белемдәрен нығыттылар.
Китапханала «Башкортостан һин һөйөклө, ғәзиз ер!» исемле китап күргәҙмәһе лә ҡуйылды.

