Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Беслан мәңге беҙҙең йөрәктә…

Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек белдереү көнө билдәләнә.
Ошо көн уңайынан уҡыусыларға Мораҙым ауылы моделле китапханаһында «Беслан мәңге беҙҙең йөрәктә…» тип аталған фәһемле дәрес үтте.
Террор акттары илдең төрлө ҡалаларында теркәлеп торһа ла, был дата бушҡа һайланмаған-2004 йылдың 1 сентябрендә Төнъяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бандиттар мәктәпкә һөжүм итеп, уҡыусыларҙы ҡулға алыуы арҡаһында 333 кеше һәләк була.Өс көн дауам иткән мәхшәр 3 сентябрҙә генә тамамлана. Ошо ҡайғылы көн хәтер көнө булараҡ билдәләнә.
Оҙайлы ваҡыт үтһә лә, илебеҙ өсөн генә түгел, ә донъя тарихынан да юйылмаған фажиғәне иҫләп Хәтер саралары үтә.
Китапхана уҡыусылары менән «терроризм» тураһында һөйләштек һәм уларҙы Беслан мәктәбендәге фажиғә менән таныштырҙыҡ.
Бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе лә урап үтһен.
Дөньялар тыныс булып, балаларыбыҙҙың яҡты мәктәптәрҙә яҡшы уҡыуҙарын, зәңгәр һауалы, ҡояшлы, тыныс илдә бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ!