Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Блокада икмәге

27 ғинуар Рәсәйҙең хәрби дан көнө — Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө (1944 йыл) булып тора. Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында ил тарихындағы иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе булған — Ленинград блокадаһына арналған «Блокада икмәге» исемле батырлыҡ дәресе үтте. Уҡыусылар блокадалы Ленинград балаларының тормошо, уларҙың баласағы, ул ваҡыттағы ҡурҡыныс көндәрҙең икмәк нормаһы тураһында белделәр. Улар Ленинград ҡалаһы халҡының  Еңеү хаҡына, ҡаланы һаҡлап ҡалыу өсөн һуңғы көстәренә тиклем көрәшеүҙәре хаҡында белемдәрен нығыттылар.