Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Оҫталыҡ дәресе

Мораҙым ауылы моделле китапханаһында ҡыҙҙар өсөн түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Традицион кейемдәрҙе дөрөҫ тегеү, башҡорт биҙәүесе тигән талапҡа яуап бирерлек һаҡал, селтәр, түшелдерек һәм башҡа биҙәүестәр эшләү тураһында һүҙ алып барылды. Күберәк мәғлүмәтте китапханала булған китаптарҙан алдыҡ.
Был сара ҡатнашыусы ҡыҙҙарға нимәне булһа ла үҙ ҡулдары менән эшләргә өйрәнергә һәм милли мәҙәниәт менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирҙе.
Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибарҙы нығытайыҡ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ.