Башкортостан флагы
25 февралдә республикабыҙҙа Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Мораҙым ауылы китапханаһында уҡыусылар менән ошо көнгә арналған һөйләшеү үтте. Улар Башҡортостандың дәүләт символдары тураһында белемдәрен арттырҙылар. Башҡортостандың Флагты өс төҫ биҙәй. Башҡортостан Республикаһының флагын да зәңгәр төҫ-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын, аҡ төҫ-Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ — ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, йәшел төҫ — иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы,уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.

