Йәш шайморатовсылар менән осрашыу
Ауылыбыҙ мәктәбенең «Шайморатов» класы менән китапханала генерал Миңлеғәле Шайморатовтың ижады тураһында һөйләштек. Уҡыусылар китапханала ойошторолған Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналған «Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө» һәм «МХО геройҙарына дан һәм хөрмәт» исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Күргәҙмәләрҙә МХО-ла ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр, яҙыусы фронтовиктарҙың әҫәрҙәре, еңеү хаҡында бәйән иткән тарихи — документаль китаптар урын алған.
Китап уҡыусыларҙы ошо китап күргәҙмәләре менән танышырға саҡырабыҙ!

