Янған йөрәк
Бөгөн Мораҙым ауылы моделле китапханаһында Рәшит Назаровтың яңы китабы «Янған йөрәк» («Горячее сердце») исемле китабының исем туйы үтте. Сараға ауылыбыҙ ағинәйе Ишмухаметова Динә апай, башҡорт теле уҡытыусыһы Йосопова Мәүсилә Исмәғил ҡыҙы һәм мәктәптең 9 класс уҡыусылары килделәр. Сарала ҡатнашыусылар танылған шағир, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың киң билдәле шиғырҙары тәүге тапҡыр ике телдә тәғдим ителгән шиғыр йыйынтығы менән таныштылар. Был китап шағирҙың тыуыуының 80 йыллығына арнап сығарылған. Уҡыусылар шиғырҙарын уҡынылар һәм уның шиғырына яҙылған йырҙы ла тыңланылар.


