Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Әсәйемә бағышлап

8 март та етте – әсәйҙәрҙең байрамы.
Әсәйемә бүләк итеп.
Бирҙем сәскә бәйләме.
Сәскәләре мин ҡағыҙҙан,
Бик тырышып яһаным.
Уларға йөрәк йылыһын,
Бар һөйөүемде һалдым.

Тиҙҙән 8 март Халыҡ – ара ҡатын – ҡыҙҙар көнө етә. Ошо байрам уңайынан Мораҙым ауылы моделле китапханаһында мәктәптең 5 класс уҡыусылары өсөн «Әсәйҙәргә бағышлап» исемле открытка эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уҡыусылар әсәйҙәренә бүләк итер өсөн үҙ ҡулдары менән төҫлө ҡағыҙҙан сәскәләр йәбештереп матур открыткалар яһанылар.