Йөрәгемә бөтә донъя һыйҙы
1 ноябрь — күренекле шағир, ауылдашыбыҙ, районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты, Рәшит Сәйетбаттал улы Назаровтың тыуған көнө. Бөгөн бөйөк шағирыбыҙҙы иҫкә алып, Төрөмбәт ауыл китапханаһында «Йөрәгемә бөтә донъя һыйҙы» тип исемләнгән шиғриәт сәғәте үтте.
Сара барышында китапханасы шиғыр һөйөүселәрҙе шағирҙың тормошо һәм уның ҡыҫҡа ғына, әммә күпме таң ҡалдырыр ижад мөғжизәһе менән таныштырҙы. Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Гәүһәр Батталованың 2005 йылда төшөрөлгән «Йөрәк» фильмын ҡарағандан һуң, китапхана иғлан иткән флешмобҡа йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусылар сертификаттар менән бүләкләнде.
Рәшит Назаров — шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай. Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташыбыҙҙы онотмайбыҙ, һәр саҡ иҫтә тотабыҙ!