Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ

«Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» акция сиктәрендә Мораҙым ауылы моделле  китапханаһында «Еңеү. Хәтер» исемле батырлыҡ дәресе утте.  Унда ауыл мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары саҡырылды. Уҡыусылар тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрҙөләр, дәһшәтле йылдарҙы һүрәтләгән әҙәби әҫәрҙәрҙе барланылар. Һәм ҡыҫҡа ғына өҙөктәрҙе ҡысҡырып уҡынылар.Ошо матур тормошто беҙгә бүләк итеүселәрҙең батырлығын, ҡаһарманлығын китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап булһа ла белергә, онотмаҫҡа тейешбеҙ.