Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Башҡортостан-тыуған ерем

11 сентябрь- Башҡортостандың төп байрамы — БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ билдәләнә

Был көн- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Мораҙым ауылы моделле китапханаһына ошо байрам уңайынан уҡыусыларға «Башҡортостан-тыуған ерем» исемле әҙәби дәрес утте. Улар байрамдың килеп сығыуын, уның символдары, башҡорт халҡының йәшәйеше, традициялары тураһында  белемдәрен нығыттылар.»Мин данлайым үҙ еремде » исемле китап күргәҙмәһендә тыуған еребеҙгә арналған матур китаптар ҡаранылар һәм шиғырҙар уҡынылар.

Башҡортостан!
Минең изге ерем,
Ата-бабам яҡҡан – тәүусаҡ,
Һин үткәнем минең, һин – бөгөнгөм,
Киләсәгем – балҡып тыуасаҡ!
Зөлфиә Ханнанова.