Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

Заман сыңы йыһан-күктәрҙә

Мораҙым ауылы моделле китапханаһында хөрмәтле ауылдашыбыҙ, билдәле яҙыусы, шағирә, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин һәм Ғ. Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Флюзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаеваның матур ғүмер байрамы-75 йыллыҡ юбилейына арналған әҙәби дайджест ойошторолды. Унда Флүзә Рәжәп ҡыҙы Мырҙабаеваның шиғырҙары менән китап күргәҙмәһе биҙәлде, китапханасы уҡыусыларҙы шағирәнең ижады менән таныштырҙы, шулай уҡ шиғырҙар уҡыны.

Флүзә Рәжәп ҡыҙы 1950 йылда Башкортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған.