Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының
«Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан
(МБУК «Аургазинская ЦБС» МР Аургазинский район РБ)

«Шиғыр булып ҡайтты».

Төрөмбәт ауыл китапханаһында Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Аҡбулатов Азат Заһир улының яҡты иҫтәлегенә арналған әҙәби кисә үтте. Сара Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә һәм дә уның «Һалдат яҙмышы” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күреүгә арналды.

Азат  ЗаҺир улы Акбулатов 1984 йылдың  31  мартында Ауырғазы районы Талбазы  ауылында тыуған.  Төрөмбәт урта мәктәбендә уҡып,  Талбазы һөнәри училищеһына укырға керә. Уны тамамлағас, 2004-2006 йылдарҙа хәрби бурысын үтәргә, әрме сафтарына юллана. Хабаровск  өлкәһендә тимер юл ғәскәрҙәрендә  хеҙмәт итә. Әрмелә саҡта Азат тыуған ауылын, яҡындарын  ныҡ һағына, шунда ул  шиғырҙар яҙа башлай.  Шиғырҙары тыуған яғына, мөхәббәткә , кеше яҙмыштарына  бағышланған. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Өршәк колхозында, һуңынан Өфө ҡалаһында төҙөлөштә  эшләй. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙа актив ҡатнаша, матур йырлай, шиғырҙар уҡый. 2022 йылдың сентябрь аҙағында  мобилизациалау буйынса хеҙмәткә саҡырыла, Ҡазан ҡалаһында әҙерлек үткәндән һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә йүнәлтелә.Өс йылға яҡын һуғыш яланында булып, ике тапҡыр яралана һәм Санкт-Петербург , Силәбе, Екатеринбург госпиталдәрендә дауалана.Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалы, шулай уҡ 428-се мотоуҡсылар полкының МХО (Мужество. Храбрость.Отвага) миҙалы, почетлы билдәләре менән бүләкләнә. 2025 йылдың 16 июлендә, алғы һыҙыҡҡа сираттағы заданиеға китеп барғанда, дошман дроны һөжүменә эләгеп һәләк була.

2025 йылдың 29 июлендә Азат Заһир улы  тыуған ауылы Усман зыяратында ерләнде. Һуңғы юлға оҙатырға килгән һәр кеше уның  алсаҡ , изге күңелле, йор һүҙле, дуҫлыҡ ҡәҙерен белеүсе, ҡурҡыу белмәҫ егет булыуын билдәләне.  Юҡҡа ғына ул МХО ла үҙенә Артист ҡушаматын алмағандыр.

Азат Заһир улы менән хушлашҡанда уның әбеһе,  Ғәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы  сығыш яһап, Азаттың шиғырҙарын йыйып китап сығарыу теләге тураһында әйткәйне. Әйткәндәй, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы үҙе лә ижад кешеһе, тәржемәсе, журналист, Башҡортостан  һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар  союзы ағзаһы, Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Ошо көндәрҙә Азат улының «Һалдат яҙмышы” тип аталған китабын  баҫтырып сығарырға насип булды уға.

Гөлфирә апай уны Төрөмбәт китапханаһына буләк итеп ебәргән, ҙур рәхмәт һеҙгә, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы. Китапты  беҙгә апайҙың ҡыҙы Миләүшә Винер ҡыҙы алып килеп еткерҙе, һеҙгә лә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.Китап бик матур итеп эшләнгән.Тышында Азат Заһир улының тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан ваҡытында, ауылына тубыҡланып ҡарап утырған  фотоһы ҡуйылған. Китапҡа яҡташыбыҙҙың шиғырҙары, туғандары һәм яҡындары менән төшкән фотолары, атаһына исемләнгән Рәхмәт хаты, алған наградалары ингән.

Гөлфирә Ильяс ҡыҙы китапты тағы ла Азат Заһир улының тәүге уҡытыусыһы Залилова Людмила Николай ҡыҙына, Төрөмбәт мәктәбе музейына ла бүләк итте.Бөгөнгө сарала беҙ ҡатнашыусылар менән батыр яҡташыбыҙҙың шиғырҙарын уҡыныҡ, уҡытыусылар уның мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, яҡты хәтирәләр менән бүлештеләр.

Азат Заһир улының урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Беҙ уны һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотасаҡбыҙ. Ул үҙе үлһә лә уның шиғырҙары бер ваҡытта ла үлмәйәсәк. Шиғырҙарын ятлап, уҡып,иҫкә алып торорбоҙ. Азат Заһир улының тәүге һәм һуңғы китабы – «Һалдат яҙмышы»  беҙҙең китапханабыҙҙың иң ҡәҙерле китабы буласаҡ.