Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан

Берҙәмлектә – көс

Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙә 2005 йылдан алып үткәрелә. Был көн беҙҙә һәр кемдең диненә, йәмғиәттә тотҡан урынына, матди хәленә ҡарамай, дошманға ҡаршы берләшеүҙе сағылдыра.
Мораҙым моделле ауыл китапханаһында уҡыусылар менән «Берҙәмлектә – көс» тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо һәм улар ошо темаға арналған викторина һорауҙарына яуаптар ҙа эҙләнеләр. Күмәкләшеп «Көсөбеҙ дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә», тип аталған күңелле  уйындар ҙа уйнанылар.

Берҙәмлек-ул кешенең ҡеүәтлелеге, ҙур көс. Берҙәмлек һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булһын. Халыҡ- ара берҙәмлек көнө менән ҡотлайбыҙ. Ер йөҙөндә төрлө халыҡ дуҫ булһын, берҙәм булһын! Һәр кешенең йөрәгенә изгелек нуры ҡунһын!

 

12+