Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Аургазинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Аургазинский район Республики Башкортостан

#Башҡорттарихыйылы Меркет ырыуы башҡорттарының йыйыны

Төрөмбәт ауылы делегацияһы Мораҙым ауылында үткән “Меркет ырыуы башҡорттарының” йыйынында ҡатнашты. Беҙҙән башҡа йыйында Миәкә, Әлшәй, Стәрлетамаҡ районы вәкилдәре бар ине. Был сара мең ырыуы тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыу, йолаларыбыҙҙы йәш быуынға тапшырыу, күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Эстәлекле күргәҙмәләр, ҡул эштәре оҫталарының эштәре ҡуйылғайны. Беҙ шулай уҡ тирмә ҡорҙоҡ.
Яҡташыбыҙ, Ғ. Ибраһимов исемендәге район, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Рәшит Назаровтың ижадына бағышланған китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Ҡунаҡтарҙы шағирҙың шәжәрәһе менән таныштырҙыҡ.
Тирмәбеҙгә килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, “ҡатыҡ тәмләү” йолаһын күрһәттек. Ҡаҙан ашы, самауыр сәйе менән һыйланыҡ.

19+